05:28 (UTC+5), 24 Ноября 2017

Дәүләт Думаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ квитанцияларында рекламаны тыйҙы

telegra.ph
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Дәүләт Думаһы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү квитанцияларында реламаны тыйыу тураһында закон ҡабул итте. Хәҙер коммерция ғына түгел, социаль реклама ла тыйылған, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.
Документҡа аңлатмала билдәләнеүенсә, түләү документтарында реклама мәғлүмәтенең күп булыуы тураһында халыҡтан байтаҡ ялыуҙар килгән.
Депутаттар фекеренсә, квитанциялағы реклама граждандарға приборҙарҙың күрһәтмәһен һәм түләү суммаһын ҡарағанда ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Хәҙер түләү ҡағыҙында реклама булырға тейеш түгел. Өҫтәүенә ундағы мәғлүмәт йыш ҡына дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй. Шуға күрә түләү документында тарифтар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итеүселәр тураһында ғына мәғлүмәт буласаҡ.
Ошо закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 60 көн үткәс үҙ көсөнә инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика