03:20 (UTC+5), 23 Ноябрь 2017

Башҡортостан «Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» конкурсы еңеүселәре иҫәбендә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Федерация Советында «Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» йәмәғәт премияһына дәғүә итеүгә конкурс бағыусылары советының ултырышы үтте. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан дәүләт власы башҡарма органы вәкиле Лилиә Ғүмәрова бағыусылар советы рәйесе итеп һайланды.
Һөҙөмтәлә көҙгө конкурс һайлап алыуында алты проект еңеүсе булды, уларҙы тормошҡа ашырыуҙың дөйөм хаҡы биш миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан еңеүсе проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән иң яҡшы күрһәткестәргә эйә субъект булып тора.
«Артабан, конкурс уҙғарыуҙан тыш, бағыусылар советы майҙансығында төбәктәрҙең һәм конкурсты ойоштороусыларҙың алымдарын тура килтереү, дәүләт институттарының, кредит-финанс учреждениеларының, шәхси инвесторҙарҙың һәм проект инициаторҙарының көсөн берләштерергә мөмкинлек биреүсе системалар булдырыу өсөн тәҡдимдәр һәм норматив акттар әҙерләү буйынса эш алып барырға кәрәк», — тине сенатор. Ул билдәләүенсә, 2018 йылда эштең төп йүнәлеше – министрлыҡтар һәм ведомстволар менән инвестиция эшен алып барыуға дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы инвестиция проекттары менән берҙәм эшмәкәрлек регламентын булдырыуҙы ойоштороу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика