06:31 (UTC+5), 22 Ноябрь 2017

Республикала «Берҙәм Рәсәй» Дәүләт Йыйылышына депутатлыҡҡа йәш кандидаттар эҙләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» Дәүләт Йыйылышына депутатлыҡҡа йәш кандидаттар эҙләй. Улар йәштәр праймеризы барышында билдәләнә. Был турала ҡарар «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы ултырышында ҡабул ителде.
Праймеризға әҙерлек буйынса ойоштороу комитетына Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, Башҡортостандың йәш депутаттар ассоциацияһы, Йәштәр сәйәсәте лигаһы, Йәш армия, студент ойошмалары вәкилдәре инде. Ойоштороу комитетын Йәштәр сәйәсәте лигаһы етәксеһе Вито Сабиров етәкләй, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй»ҙән. Өҫтәүенә уҙғарыу форматын һәм еңеүселәрҙе йәштәр үҙҙәре билдәләргә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 9 сентябрендә берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлайҙар. Ошонан алда «Берҙәм Рәсәй» алдан тауыш биреү ойоштора, унда пассив һайлау хоҡуғына эйә, башҡа партияла ағза булып тормаған һәм хөкөм ителмәгән барлыҡ граждандар ҡатнаша ала.
Праймеризда ҡатнашыу йәштәрҙе дебаттарға әҙерләй, уларҙы танытырға һәм электораль базаны киңәйтергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, Граждандар университетында еңеүселәр өсөн дәрестәр үткәреү ҡаралған. Унда билдәле сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар, политологтар, ғалимдар сығыш яһай. Праймеризда үҙен сағыу күрһәткән һәр ҡатнашыусы партияның кадрҙар резервына ҡабул ителә, улар республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары ярҙамсылары ла була ала. Бынан тыш, «Берҙәм Рәсәй» һайлап алыу турында ҡатнашҡандарҙың ҡыҙыҡлы идеяларын һәм тәҡдимдәрен үҙенең һайлау алды программаһына индерә.
«Беҙ тәүге тапҡыр йәштәр ошондай мөмкинлек бирәбеҙ, улар кандидаттарын үҙҙәре билдәләй һәм әҙерләй ала», — тине ултырышта Константин Толкачев
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика