03:40 (UTC+5), 21 Ноября 2017

Сибайҙа яңы мэр

Сибай ҡалаһы хакимиәте сайты
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Сибайҙа ҡала округы хакимиәте башлығын тәғәйенләнеләр. Депутаттар бер тауыштан алдан Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары – финанс идаралығы етәксеһе булып эшләгән Рөстәм Афзаловты һайланы.
Белешмә. Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов 1977 йылдың 20 мартында Сибайҙа тыуған. Башҡорт дәүләт университетын (2001), Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (2006) тамамлаған.
Хеҙмәт биографияһы:
1999-2000 – Сибай ҡалаһының 4-се урта мәктәбе тәрбиәсеһе;
2000-2001 – Сибай ҡалаһында «ПолиТЭк» мәғариф үҙәге уҡытыусыһы;
2001-2002 – Сибай ҡалаһы «Башмедьстрой-Башзауралстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте инженеры, иҡтисадсыһы, әйҙәүсе белгесе, план бүлеге етәксеһе;
2002-2003 – «Сибай ит комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең маркетинг һәм тауар һатыу бүлеге етәксеһе;
2003-2010 – Сибай ҡалаһы «Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлек етәксеһе, директор урынбаҫары, директоры, дирекция менән идара итеүсеһе;
2010-2015 йылдарҙа – «Россельхозбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк филиалы өҫтәмә офисының баш иҡтисадсыһы (Баймаҡ ҡалаһы); идара итеүсе урынбаҫары ( Асҡар ауылы); Ҡариҙел ауылында идара итеүсе.
2015 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары – финанс идаралығы етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика