10:30 (UTC+5), 21 Ноября 2017

Дәүләт Йыйылышы депутаттары Балаҡатай районы халҡын ҡабул итте

Дмитрий Медведевтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Яңы Балаҡатай ауылында Балаҡатай районы халҡы менән «Берҙәм Рәсәй» төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллин һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Наил Баһауетдинов осрашты. Күсмә ҡабул итеү аҙағында Раил Әсәҙуллин киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә уның йомғаҡтарына аңлатма бирҙе.
«Граждандар күтәргән мәсьәләләрҙең байтаҡ өлөшө тораҡ пункттар, ауылдар араһында асфальт түшәүгә ҡағылды. Ҡабул итеүгә килгәндәрҙе шулай уҡ Айҙаҡай ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө, район үҙәгенә газ һәм һыу үткәреү мәсьәләләре борсоно. Һәр мөрәжәғәт буйынса ентекле анализ яһаласаҡ, уның һөҙөмтәләре буйынса ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән кәрәкле саралар ҡабул ителәсәк», — тип һөйләне парламентарий.
Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың 27 ноябренән Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең ойошторолоуына 16 йыл тулыуға арналған граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы башлана. Унда Ауыл советтарынан алып Дәүләт Думаһы парламентарийҙарына тиклем партиянан сыҡҡан бөтә депутаттар ҙа ҡатнаша.
Бынан тыш, бөтә республика буйлап халыҡтың мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек биргән түңәрәк өҫтәлдәр, матбуғат конференциялары һәм башҡа аралашыу формалары ойошторола.
Ҡабул итеү аҙналағы өсөнсө декабрь тамамлана, шул уҡ көндө уға яҡынса йомғаҡ яһала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика