07:09 (UTC+5), 17 Ноября 2017

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙең ер участкалары менән тәьмин ителеше – 60 процент

«Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда 50 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙың 47 меңе шәхси йорт төҙөү өсөн ер участкаһы алырға хоҡуҡлы. Ошо категорияға ҡараған граждандарҙың участкалар менән тәьмин ителеше – 60 процентҡа яҡын. Кисә Өфөлә шундай һандар яңғыраны.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова ишле ғаиләләргә ер участкаларын бүлеү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Сара «Ныҡлы ғаилә» партия проектын тормошҡа ашырыу барышында «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитетында уҙҙы.
Кәңәшмә эшендә Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Евгений Гурьев, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов, депутаттар, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә күп балалы ғаиләләрҙе ер участкалары һәм башҡа дәүләт ярҙамы саралары менән тәьмин итеү буйынса бурысты бөтөрөү бурысы ҡуйылды. Йомабикә Ильясова билдәләүенсә, дөйөм алғанда, республикала ошо күрһәткес буйынса хәл ҡәнәғәтләнерлек.
«Өфөлә һәм Өфө районында, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Салауатта, Сибайҙа эштәр торошо хәлде ҡатмарлаштыра, – тип асыҡлыҡ индерҙе парламентарий. – Был биләмәләр менән айырым эшләрбеҙ. Йәмәғәт Советы ағзаларынан, депутаттарҙан, тейешле ведомстволарҙың вәкилдәренән эшсе төркөм ойошторорға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ «Ныҡлы ғаилә» проекты ипотека торлаҡ кредитлауын дәүләт ярҙамы менән берлектә тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика