05:30 (UTC+5), 16 Ноября 2017

Сибай ҡалаһы башлығы вазифаһына биш кеше дәғүә итә

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Сибай ҡалаһы башлығы вазифаһына биш кеше дәғүә итә. «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы» ассоциацияһының эксперт комиссияһы ағзалары дәғүәселәрҙең килешеү буйынса ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә белем кимәлен баһаланы.
Мэр вазифаһы өсөн «Азатлык» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы директоры Илһам Абдулғужин, Ҡариҙел хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рөстәм Афзалов, «Әбйәлил әҙерләү һәм тәьмин итеү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Руслан Ишмөхәмәтов, Сибай сәнғәт колледжы директоры Азат Камбулатов, «Холдинг Башбизнес» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Рәис Тайбугин дәғүә итә.
Эксперт комиссияһы өс дәғүәсенең: Илһам Абдулғужиндың, Рөстәм Афзаловтың һәм Азат Камбулатовтың «белем кимәле тап килә» тигән баһа сығарҙы.
«Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы» ассоциацияһының эксперт комиссияһы урындағы хакимиәт башлығы вазифаһын биләүгә кандидаттарҙың белем кимәлен баһалау буйынса муниципаль берәмек хакимиәте башлағы кеүек яуаплы урынға раҫлау этаптарының береһе генә булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика