04:30 (UTC+5), 16 Ноября 2017

Башҡортостан мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллинға «Күрһәткән хеҙмәте өсөн» ордены тапшырылды

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин «Күрһәткән хеҙмәте өсөн» мосолман орденына лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы Өфөлә «Фәхретдинов уҡыуҙары» IV бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә үтте. Ислам форумы Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының 100 йыллығына арналған.
Мөфтөй Рауил Ғәйнетдиндың ҡушыуы буйынса тантаналы шарттарҙа Рәсәй мосолмандарының юғары наградаһын Рәсәй Федерацияһы мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Дамир Мөхөтдинов тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының матбуғат хеҙмәтендә.
«Тиҫтәләгән йылдар Ислам юлында хеҙмәт иткәне, Башҡортостанда рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тергеҙеүгә, төбәктә тотороҡлоҡто, милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты һаҡлауға ҙур өлөш индергәне, рухи һәм социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы тормошҡа ашырғаны өсөн Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе – Мөфтөй Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы Ниғмәтуллинды «Күрһәткән хеҙмәте өсөн» Рәсәй мосолмандары ордены менән бүләкләргә», — тиелгән Рәсәй мосолмандары башлығы ҡул ҡуйған бүләкләү документында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика