11:54 (UTC+5), 15 Ноября 2017

Башҡортостанда төбәк туриндустрияһын баһалайҙар

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 15 ноябрҙә Өфөлә төбәктәге туристик эшмәкәрлекте баһалайҙар. Башҡортостандың баш ҡалаһында « XII Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы» махсуслаштырылған күргәҙмәһе барышында «Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың туристик эшмәкәрлек тураһында ҡануниәтен тормошҡа ашырыу тураһында» парламент тыңлауҙары уҙа.
Тыңлауҙарҙың модераторы булып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев сығыш яһай.
Форумда төбәктә туризм өлкәһен норматив-хоҡуҡи көйләүҙе, туризмды үҫтереүҙе тикшереү ҡаралған. Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова Рәсәйҙә балалар туризмын тикшерәсәк. Дәүләт Йыйылышы депутаты Руфина Шаһапова махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә туризмды үҫтереүҙең ҡануни аспекттары хаҡында һөйләйәсәк.
Парламентарийҙар туристарҙың именлеген тәьмин итеү системаһын булдырыуҙы баһалаясаҡ.
Шул уҡ көндә парламент тыңлауҙары башланыр алдынан Дәүләт Йыйылышы ойошторған түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика