02:00 (UTC+5), 14 Ноября 2017

Рәсәй сенаторы Тажикстандағы Башҡортостан уҡытыусыларының тормошон баһаланы

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан сенаторы Рафаил Зинуров Тажикстанда ватандаштары менән осрашты.
Ведомство-ара эшсе төркөм гуманитар мәғариф проектын тормошҡа ашырыуға мониторинг үткәрҙе. Һүҙ Тажикстандың дөйөм белем биреү мәктәптәрендә эшләүсе Рәсәй уҡытыусылары хаҡында бара. Белгестәр уларҙың төбәктә артабан ҡалыу перспективаларын баһаланы, тип аңлатты сенатор ярҙамсыһы.
Тажикстанға Рәсәй төбәктәренән 29, шул иҫәптән Башҡортостан туғыҙ рус теле һәм әҙәбиәте, математика, информатика, физика, биология, химия уҡытыусыһы юлланған.
Уҡытыусыларҙың командировкаһы – Рәсәй менән Тажикстандың уртаҡ проекты, уның актуаллеге Рәсәй гуманитарияһының ҡатнашыуын һәм Тажикстанда милләт-ара аралашыу саралары булараҡ рус теленең урынын нығытыуға шарт булып тора.
«Беҙ Дүшәнбе, Гиссара, Бустона, Куляба мәктәптәрендә эшләүсе уҡытыусыларыбыҙҙың йәшәү шарттары менән таныштыҡ, дәрестәрендә булдыҡ. Беҙҙең өсөн ватандаштарыбыҙҙың тыуған яҡтан алыҫта үҙҙәрен нисек тойоуон һәм уларҙы үҙ бурыстарын – «изге ниәт илселәре», «белем һәм Рәсәй мәҙәниәте илселәре» миссияһын – сифатлы башҡарыу маҡсатында уңайлы шарттар менән тәьмин итеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлау мөһим, — тип йомғаҡланы Рафаил Зинуров. — Коллегаларыбыҙ, Тажикстан Республикаһы Маджлиси Оли вәкилдәре менән бындай килешеүҙәрҙе дауам итергә һәм үҫтерергә һүҙ бирештек».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика