10:56 (UTC+5), 09 Ноября 2017

Владимир Путин Башҡортостандан сенаторҙы II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Владимир Путин Башҡортостандан сенатор Рафаил Зинуровты II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләне. 2017 йылдың 2 ноябрендә Рәсәй Президенты тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документта билдәләнеүенсә, Рафаил Зинуров ошо наградаға Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡ булды.
«Шундай абруйлы награда алыу минең өсөн бик мәртәбәле. Хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн ихлас шатмын. Ошо баһаның иңемә халыҡҡа ҙур файҙа килтереү өсөн көстәрҙе туплау талап иткән өҫтәмә яуаплылыҡ һалыуын аңлайым», — тип билдәләне Рафаил Зинуров, бүләкләү тураһында яңылыҡҡа аңлатма биреп.
Рафаил Зинуровтың һөнәри сифаттары һәм бай парламент эшмәкәрлеге тәжрибәһе Федераль Йыйылыштың юғары палатаһында иғтибарһыҙ ҡалманы: коллегалары бер тауыштан уны Халыҡ-ара эштәр буйынса комитет рәйесе урынбаҫары итеп һайланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика