04:00 (UTC+5), 09 Ноябрь 2017

Рөстәм Хәмитов XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнаша

Форумдың рәсми сайты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Силәбелә. Унда ул XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнаша. Форумдың пленар ултырышын Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин һәм Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаев аса.
Быйылғы форумдың темаһы кешелек капиталын үҫтереү була. Ҡатнашыусылар араһында – төп министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, бер төркөм Рәсәй Федерацияһы субъекттары һәм Ҡаҙағстан Республикаһы өлкәләре башлыҡтары, ике илдең ҙур бизнес вәкилдәре.
Форум программаһында «Кешелек капиталын үҫтереү» тигән күргәҙмә, Рәсәй-Ҡаҙағстан Эшлекле советы ултырышы, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан юғары уҡыу йорттары ректорҙары форумы, башҡа саралар ҡаралған.
Бер нисә дәүләт-ара, хөкүмәт-ара, төбәк һәм коммерция документтарына ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара форумдар 2003 йылдан алып ике дәүләт төбәктәрендә йыл һайын сиратлап уҙғарыла. Алдағы форум 2016 йылдың октябрендә Астанала үтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика