08:30 (UTC+5), 09 Ноября 2017

Башҡортостан Башлығы бешмә буйынса карантинды алғандан һуң сикләү сараларын үтәргә ҡушты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың ике районында бешмә буйынса карантинды алғандан һуң хәүефле пункттарҙа һәм хәүеф янаған зоналарҙа сикләү саралары комплексын үтәүҙе тәьмин итергә ҡушты. Улар «хайуандарҙың бешмә ауырыуын иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса саралар тураһында Инструкцияға ярашлы» үтәлергә тейеш, тип билдәләнә республика башлығы Указында.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында Туймазы районындағы «Нур» крәҫтиән хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Йәрмөхәмәт, Үрмәкәй, Ҡандра, Түбәнге Ҡаранйылға ауылдары һәм Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау ауылы советы биләмәһендәге «Ҡыҙаш» колхозы биләмәләренән бешмә буйынса карантинды алыу тураһында указ баҫылды.
Указдың үтәлешен контролдә тотоу республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдиновҡа йөкмәтелде.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бешмә сире эҙемтәләрен бөтөрөү барышында 1,7 мең баш мал юҡ ителде. Нигеҙҙә был эре малдар, кәзәләр һәм һарыҡтар.
Бешмә вирусы Башҡортостандың Туймазы һәм Бүздәк райондарында асыҡланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика