10:18 (UTC+5), 27 Октябрь 2017

Башҡортостанда балаға айлыҡ пособие арттырылды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда балаға айлыҡ пособиеның нигеҙ күләме 58,4 процентҡа арттырылды. Республика парламентарийҙары закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. Ҡарар бөгөн, 27 октябрҙә, ҡабул ителде. Төбәктәге ғаиләләр ҡабаттан иҫәпләнгән өҫтәмә түләү аласаҡ, сөнки документ 2017 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инде.
Документ йән башына уртаса килеме республикала бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған балалы ғаиләләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртасаҡ.
Пленар ултырышта социаль йүнәлешле республика закон проекттары блогы ҡабул ителде. Улар балаларға пособиены арттырыуға, етем балаларға, тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә, пенсионерҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Ҡайһы бер саралар етемдәргә ҡарата ҡабул ителгән, улар тиҙерәк аяҡҡа баҫһын, тормошта үҙ юлын тапһын өсөн. Атап әйткәндә, хәҙер уларға эшкә урынлашҡанда льготалар һәм эшһеҙлек буйынса түләүҙәр ҡаралған.
Документтар Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйғандан һуң үҙ көсөнә инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика