02:00 (UTC+5), 26 Октября 2017

Башҡортостанды Владимир Путиндың кәңәшмәһендә йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек буйынса иң яҡшылар иҫәбендә билдәләнеләр

http://kremlin.ru сайтынан видео скриншоты
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән сираттағы кәңәшмәһендә Башҡортостанды йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек буйынса иң яҡшылар иҫәбендә билдәләнеләр.
Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Михаил Мень ҡышҡа иң яҡшы әҙерләнгән төбәктәргә Башҡортостан Республикаһын, шулай уҡ Камчатка крайын, Мәскәүҙе, Татарстанды, Алтай, Һамар, Тула, Липецк, Новосибирск өлкәләрен индерҙе.
«Был төбәктәр инфраструктура, торлаҡ фонды буйынса бөтәһенән дә юғарыраҡ әҙерләнгән, бында кәрәкле кимәлдә яғыулыҡ запасы эшләнгән, шулай уҡ бурыс буйынса ыңғай динамика күҙәтелә», — тип билдәләне министр.
Дөйөм алғанда, илебеҙ буйынса йылылыҡ биреү эш режимында бара. Бөгөнгө көнгә йылылыҡ миҙгеле Рәсәйҙең 76 субъектында башланған. Төбәктәр биргән отчеттарға ярашлы, 13 октябргә ҡарата ҡыш алды эштәрен башҡарыу кимәле 99 проценттан күберәк тәшкил итә. Атап әйткәндә, әҙерлек торлаҡ фондында – 99,8 процент, ҡаҙанлыҡта – 99,6 процент, ул былтырғы күрһәткестәргә тап килә, ил буйынса яғыулыҡ запасы норманан ашҡан.
Йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек йәһәтенән Михаил Мень бер төркөм субъект буйынса борсолоуын белдерҙе – ул Кемеров, Силәбе, Иркутск өлкәләре, Байкал аръяғы крайы. Тармаҡ буйынса бурыстар проблемаһы киҫкен булып ҡала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ағымдағы дебиторлыҡ бурысының дөйөм күләме уҙған йыл кимәлендә ҡала һәм 1 триллион 243 миллиард һум тәшкил итә, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының яғыулыҡ-энергетика ресурстары менән тәьмин итеүселәр алдында кредиторлыҡ бурысы бер йылда 10 проценттан күберәккә артҡан һәм 183 миллиард һум тәшкил итә – был ғәйәт ҙур күләм. — тип өҫтәне министр. — Рәсәй Төҙөлөш министрлығы Энергетика министрлығы менән берлектә төбәктәрҙә йылылыҡ биреүгә һәм ошо осорҙоң нисек үтеүенә мониторинг алып бара. Беҙ тикшереп сыҡтыҡ, бөтә төбәктәрҙә лә йылылыҡ менән тәьмин итеү һорауҙары буйынса ҡыҙыу линия эшләй. Онлайн режимында технологик боҙоуҙар тураһында мәғлүмәтте күҙәтәбеҙ. Был йылылыҡ осоронда, уның башында йылы биреүҙә ҙур тәнәфестәргә килтергән киҫкен осраҡтар әлегә теркәлмәне».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика