06:58 (UTC+5), 26 Октября 2017

Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң байрам программаһы иғлан ителде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған республика байрамы 2017 йылдың 4 ноябрендә көндөҙгө сәғәт 3-тә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Сара барышында милли кейемдәрҙә йөрөү, күргәҙмә һәм интерактив майҙансыҡтарҙың эше, республиканың профессиональ һәм үҙешмәкәр ижади коллективтарының концерты ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһынан.
Шул уҡ көндә киске сәғәт 6-ла ҙур мәҙәни сара – «Сәнғәт төнө-2017» Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы башлана. Унда музейҙар, китапханалар, клубтар, театрҙар, филармониялар һәм башҡа мәҙәниәт учреждениелары ҡатнаша. Акцияның төп темаларының береһе – Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары байрамдың тарихына, тарихта һәм хәҙерге заманда Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең берҙәмлегенә арналған күмәк саралар тәҡдим итә.
2017 йылдың 3 ноябрендә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан, илдең һәр төбәгендә икенсе тапҡыр «Ҙур этнографик диктант» Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторола. Башҡортостанда 12 майҙансыҡ эшләйәсәк. Диктант халыҡтың этнографик белемен, уларҙың Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһында белеү кимәлен баһаларға мөмкинлек бирәсәк һәм этник-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙа мөһим урын биләгән фән булараҡ этнографияға иғтибарҙы йәлеп итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика