02:00 (UTC+5), 18 Октябрь 2017

Рөстәм Хәмитов XVII Рәсәй энергетика форумында ҡатнашты

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 17 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында барған XVII Рәсәй энергетика форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Ултырыш башланыр алдынан республика етәксеһе форум сиктәрендә ойошторолған «Йылылыҡ тәьминәте. Электр техникаһы. Кабель» XXIII махсуслаштырылған күргәҙмә һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе экспозицияларын ҡараны. Уларҙа үҙҙәренең яңы асыштарын Рәсәйҙең 23 төбәгенән 120-нән ашыу компания, шулай уҡ алдынғы халыҡ-ара энергетика холдингтары дилерҙары тәҡдим итте.
«Башҡортостан генерациялаусы компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте стенды янында Рөстәм Хәмитов Затон йылылыҡ электр үҙәген төҙөү барышын тикшерҙе. Предприятие вәкилдәренең һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта объектта 137 кеше эшләй. Йыл аҙағына тиклем төҙөлөш-монтажлау эштәрен тамамлау, ә 2018 йылдың яҙына ҡорамалды эшләтеп ебәреү күҙаллана.
«Иҡтисадыбыҙҙа энергия һөҙөмтәлелеге буйынса үҫешкән илдәрҙән ныҡ ҡалышыуыбыҙ хаҡында беләбеҙ. Был йәһәттән алға хәрәкәт итеү өсөн урын бар, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Нигеҙҙә иһә, билдәле булыуынса, беҙҙең энергия ресурстарының яҡынса 30 процентын бушҡа тотонабыҙ Ошо өлкәлә иҡтисадыбыҙҙың энергия һөҙөмтәлелеген, эске һәм төбәк тулайым продуктын арттырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Хәҙерге энергия ҡулланыу стандарты – бер кешегә йылына яҡынса 5 мең кВт•ч. Республикабыҙға килгәндә, был һан – бер кешегә йылына 6,5-6,7 мең кВт•ч. Йәғни шартлы стандарттан юғарыраҡ һәм уртаса Рәсәй һандары эргәһендә торабыҙ. Республикабыҙҙың сәнәғәт буйынса үҫешкәне, күп кенә йүнәлештәр буйынса иҡтисади яҡтан төрләндерелгәне тулыһынса аңлашыла».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика