08:27 (UTC+5), 18 Октября 2017

Рәсәй хөкүмәте 2018 йылда ял көндәрен күсереүҙе раҫланы

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев Хеҙмәт министрлығының 2018 йылда ял көндәрен күсереү тураһындағы проектына ҡул ҡуйҙы. Рәсәй хөкүмәтенең ҡарары 18 октябрҙә баҫылған.
Документҡа ярашлы, 2018 йылда 6 һәм 7 ғинуарҙағы ял көндәре (шәмбе һәм йәкшәмбе) 9 мартҡа һәм 2 майға, шәмбе 28 апрелдәге, 9 июндәге һәм 29 декабрҙәге ял көндәре — дүшәмбе 30 апрелгә, 11 июнгә һәм 31 декабргә күсерелә.
Шулай итеп, 2018 йылда рәсәйҙәрҙе 2017 йылдың 30 декабренән 2018 йылдың 8 ғинуарына тиклем – ун, 23 февралдән 25-нә ҡәҙәр – өс, 8 марттан 11-нә тиклем – дүрт, 29 апрелдән 2 майға хәтлем – дүрт, 10 июндән 12-нә ҡәҙәр – өс, 3 ноябрҙән 5-нә тиклем өс көнлөк ял көтә.
Документта әйтелеүенсә, хеҙмәт календарындағы үҙгәрештәр хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыуы маҡсатында әҙерләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика