11:53 (UTC+5), 17 Октября 2017

Константин Толкачёв балалар пособиеһының күпмегә артасағын аңлатты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Төбәк парламенты спикеры Константин Толкачёв сабыйға айлыҡ пособиеның күпмегә артасағын аңлатты. Башҡортостанда ошо социаль түләүҙәр төрөн бер ярым тапҡырҙан ашыуға арттыралар. Республика хөкүмәте төбәк ҡануниәтенә тейешле үҙгәрештәрҙе парламентарийҙарға ҡарауға тәҡдим итә.
«Закон проекты йән башына уртаса килеме Башҡортостанда бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған балалы ғаиләләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу маҡсатында әҙерләнгән, — тине Константин Толкачёв. — Шул рәүешле беҙ граждандарҙың бындай категорияһына социаль ярҙамдың һөҙөмтәлелеген күтәрергә иҫәп тотабыҙ. Пособиеның суммаһы уға хоҡуҡтары булғандарҙың һәммәһе өсөн пропорциональ арттырыу ҡаралған. Улар ғаиләнең социаль статусына ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән, яңғыҙ әсәнең, хәрби хеҙмәткәрҙең балаһына, ата-әсәһе алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән балаға пособие күләме ябай ғаиләләрҙәге балаларға ҡарағанда күберәк».
Башланғыс сабыйға айлыҡ пособиеның нигеҙ итеп алынған күләмен 58,4 процентҡа арттырыуҙы күҙ уңында тота. Ул 27 октябрҙә пленар ултырышта ҡараласаҡ. Шуның менән бергә пособиены закон ҡабул ителгән осраҡта уның үҙ көсөнә ингән ваҡытынан түгел, ә ағымдағы йылдың 1 сентябренән арттырыу ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика