15:55 (UTC+5), 10 Октября 2017

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙҙы.
- Барлыҡ Башҡортостан халҡын яҡынлашып килгән байрам – Республика көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым! Беҙ уны яҡшы кәйеф, уңыштар менән ҡаршы алабыҙ һәм бер үк ваҡытта алдыбыҙға яңы маҡсаттар ҡуябыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республиканың ҡаҙаныштарында уның һәр эшсеһенең тос өлөшө бар. Хөрмәтле дуҫтар, Башҡортостан һәм Рәсәй мәнфәғәтенә хеҙмәт иткәндәрҙең барыһына ла йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәтемде белдерәм.
Быйыл Республика көнөн байрам итеү Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуының 460 йыллығы менән тура килде, тип билдәләне төбәк Башлығы.
- Бөгөн быуаттар үткәндән һуң ата-бабаларыбыҙҙың тарихи һайлауҙағы тәрән аҡылын тулы күләмдә баһаларға мөмкин. Уртаҡ йортта, татыу күп милләтле Рәсәй ғаиләһендә башҡорт халҡы туған телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған, ил йылъяҙмаһына хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарын, иҡтисадта, мәҙәниәттә, ғилемдә, сәнғәттә әһәмиәтле ҡаҙаныштарын яҙған, үҙе өсөн киң үҫеш офоҡтарын асҡан, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Тарих дәрестәре беҙҙе берләштерә, граждандар татыулығын һәм берҙәмлеген нығытыуға булышлыҡ итә, бергәләп ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, мөһим һөҙөмтәләргә өлгәшергә, ҙур пландар ҡорорға ярҙам итә.
Башҡортостан Рәсәйҙең терәк төбәге булараҡ артабан да Ватаныбыҙҙың берҙәмлеген һәм иҡтисади ҡеүәтен нығытыуға тос өлөш индерәсәк, тип айырым билдәләне республика етәксеһе.
- Башҡортостанды эшһөйәр, талантлы, изге эштәргә йомарт, ҡунаҡсыл кешеләр төйәге итеп беләләр һәм баһалайҙар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн республика Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре исемлегенә инә, уның иҡтисадын нығытыуға, илебеҙ ғилемен, мәғарифын, мәҙәниәтен үҫтереүгә ярайһы уҡ ҙур өлөш индерә. Артабан да шулай булыр тип ышанам! Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Төбәк етәксеһе сығышының тулы стенограммаһы Республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика