11:59 (UTC+5), 10 Октября 2017

12 октябрҙә Башҡортостанда бюджет проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәрелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 12 октябрҙә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда «2018 йылға һәм 2019-2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» республика законы проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәрелә.
Бюджет проекты тәүге тапҡыр асыҡ тыңлауға сығарыла. Закон проектының тексы республика Дәүләт Йыйылышының рәсми сайтында һәм хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Асыҡ тыңлауҙарҙа республикала йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. 2-8 октябрҙә тыңлауҙарҙа ҡатнашырға һәм сығыш яһарға теләгән граждандарҙы теркәү булды. Телефон һәм электрон почта аша теркәлергә мөмкин ине. Бынан тыш, теркәү осоронда бюджет тураһында закон проекты буйынса нигеҙле иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр ҡабул ителде.
Асыҡ тыңлауҙар барышында республиканың финанс министры бюджет проекты менән таныштырасаҡ һәм һорауҙарға яуап бирәсәк. Һуңынан ҡатнашыусыларға һүҙ бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика