ӨФӨ, 2017 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Сәғүд Ғәрәбстаны Короле Салман Бен Әбдел Әзиз Әл Сәғүдтең осрашыуы үтте. Төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яҡтар ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләрен, шулай уҡ төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу перспективаларын тикшерҙе.
Осрашыу башында Рөстәм Хәмитов Сәғүд Ғәрәбстаны Короленә осрашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәтен белдерҙе. Башҡортостан – ул Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле, хәҙер идара иткән Әбдел Әзиз ибн Сәғүд династияһына нигеҙ һалыусының, Королдең атаһының дуҫы Кәрим Хәкимовтың тыуған төйәге, тип билдәләне ул. Республикала ошо иҫ киткес кеше һәм арҙаҡлы дәүләт эшмәкәре ҙур хөрмәт менән иҫкә алына – ҙур-ҙур форумдар, конференциялар, «Хәкимов уҡыуҙары» уҙғарыла. Төбәк етәксеһе Сәғүд Ғәрәбстаны вәкилдәрен уларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.
Башҡортостан – Короллек менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн ҙур потенциалға эйә булған Рәсәй Федерацияһының иң эре һәм үҫешкән төбәктәренең береһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. Перспективалы тармаҡтар иҫәбендә – нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү, машина эшләү, ауыл хужалығы. Төбәк илдә эре мөгөҙлө мал һаны, һөт һәм бал етештереү буйынса алдынғы.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостан халҡының яртыһынан күберәге ислам динен тота. Өфөлә ике быуаттан ашыу Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты эшләй. Республикала күпләп мәсеттәр төҙөлә, дини байрамдар билдәләнә, йөҙәрләгән диндар хаж ҡыла. Атап әйткәндә, был төбәктә хәләл аҙыҡ-түлекте күпләп етештереүгә шарт һәм Башҡортостан уны Сәғүд Ғәрәбстанына илтеүҙе ойошторорға әҙер.
Король Салман Бен Әбдел Әзиз Әл Сәғүд белдереүенсә, ул Рәсәйҙе хеҙмәттәшлек өсөн төп илдәрҙең береһе тип иҫәпләй һәм үҙенең дәүләт сәфәре сиктәрендә мосолман республикалары етәкселеге менән осрашыуға ҙур әһәмиәт бирә. Ул, ике изге урынды һаҡлаусы булараҡ, конфессия-ара донъя һәм берҙәмлек һорауҙарына етди иғтибар бүленгән төбәктең Башлығы менән осрашыуға шат булды.
Һәр кеше динде һайлауҙа ирекле, шуға бөтә конфессияларҙың да тыныс һыйышып йәшәүе мөһим, тип билдәләне ул. Сәғүд Ғәрәбстаны Короле исламды һөйөүҙе һәм дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү кәрәклеген айырым билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, ислам флагы аҫтында терроризм идеологияһына тәүбәгә килтереүселәргә ҡаршы бергәләп көрәшеү – бөтә донъя мосолмандарының бурысы.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың мосолмандар тормошонда туранан-тура ҡатнашыуы, уларҙы дини байрамдары менән ҡотлауы Королдә ҙур ихтирам уята. Сөнки Сәғүд Ғәрәбстаны ислам диненең тыуған урыны, Короллек хаж һәм үмрә ҡылыу өсөн мосолмандарҙы бөтә кәрәкле шарттар менән тәьмин итергә тырыша. Быйыл рәсәйҙәр өсөн хажға квоталар һаны 23,5 мең кешегә тиклем арттырылды.
Король Башҡортостандың бөтә өлкәләге уңыштарына шат булыуын белдерҙе. Сәғүд Ғәрәбстаны Рәсәй Федерацияһы менән, шул иҫәптән Рәсәй-Сәғүд хөкүмәт-ара комиссияһының эше сиктәрендә төбәк кимәлендә лә сауҙа-иҡтисади һәм ғилми-техник хеҙмәттәшлек мөнәсәбәттәрен үҫтерергә әҙер.
- Мосолман донъяһының ике изге урынын һаҡлаусы Сәғүд Ғәрәбстаны Короле менән осрашыу республикабыҙ өсөн, һис шикһеҙ, мөһим сара булды. Йәмғиәттә татыулыҡты, тыныслыҡты һаҡлау менән бәйле темаларға аралашыуыбыҙ йәһәтенән мөһим. Бер үк ваҡытта иҡтисади эш итеү темаларына ла әңгәмәләштек, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов осрашыуҙан һуң. – Был республикабыҙ өсөн бик мөһим ваҡиға. Беҙгә Король менән тикшергән иҡтисад йәһәтенән, иң мөһиме татыулыҡты, тыныслыҡты, бер-береңде ихтирам итеү йәһәтенән бар нәмәне лә тормошҡа ашырырға кәрәк, әлбиттә. Король миңә ҙур ихтирам менән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин менән уларҙың яйға һалынған әүҙем хеҙмәттәшлеге, яҡшы эше хаҡында хәбәр итте. Дәүләт башлыҡтарының эшмәкәрлеге сиктәрендә беҙ, төбәктәр, дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен үҫтереү, үҙ-ара ярҙам итеү, ике яҡты үҫтереү өсөн бөтә көсөбөҙҙө лә һалырға тейеш. Яҡшы осрашыу, яҡшы һөҙөмтә.