10:20 (UTC+5), 05 Октября 2017

Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фондында етәксе алмашынды – киң мәғлүмәт саралары

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фондында етәксе алмашынды. Владислав Туманин Торлаҡ төҙөлөшө фондының генераль директоры вазифаһын бушатты, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары. Предприятиеның баш инженеры урынбаҫары Роберт Шәйбәков генераль директор вазифаларын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Владислав Туманин Фондты 2015 йылдың ғинуарынан етәкләне. Торлаҡ төҙөлөшө фонды – республикала торлаҡ төҙөлөшө фондының яҡынса 15 процентын биләүсе ҙур төбәк төҙөүсеһе. Былтыр Торлаҡ төҙөлөшө фонды Башҡортостандың стратегик предприятиелар исемлегенән төшөрөлдө. 2016 йылда фондтың кереме 642,72 миллион һум тәшкил итте, унан алда 535,22 миллион булған, таҙа табыш 99,7 миллиондан 24,6 миллион һумғаса кәмегән. Таҙа активтарҙың хаҡы 5,17 миллиардтан 5,13 миллиард һумға тиклем аҙайған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика