03:45 (UTC+5), 02 Октябрь 2017

Башҡортостан парламенты Президиумы бюджет портфелен ҡараясаҡ

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дүшәмбе, 2 октябрҙә, республиканың Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышы уҙа. Парламентарийҙар 2018 йылға бюджет документтары пакетын ҡараясаҡ, тип хәбәр итә закондары сығарыу йыйылышының матбуғат хеҙмәте.
Финанс министры Рида Собханғолова депутаттарға «2018 йылға һәм 2019-2020 йылдар план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында»ғы закон проектын тәҡдим итәсәк. Төбәктең иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков депутаттарға республиканың 2018 йылға һәм 2020 йылға тиклемге осорға республиканың социаль-иҡтисади үҫеш фараздары менән таныштырасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фонды директоры Алексей Меньшиков «2018 йылға һәм 2019-2020 йылдар план осорона Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фондының бюджеты тураһында»ғы закон проекты хаҡында һөйләйәсәк.
Президиум ҡарағандан һуң бюджет документтары пакеты Дәүләт Йыйылышының бөтә даими комитеттарына йүнәлтеләсәк, улар 10 октябргә ҡәҙәр һымғаҡ яҙасаҡ. Документтар күрһәтмә һәм тәҡдимдәр индереү өсөн шулай уҡ төбәктең власть органдарына йүнәлтеләсәк.
Президиум республиканың төп финанс документының проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар уҙғарыу хаҡында ҡарар ҡабул итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика