04:00 (UTC+5), 29 Сентябрь 2017

Төбәк-ара килешеүҙәр аша кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ эше өсө нигеҙ булдырабыҙ – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Омск өлкәһе губернаторы Виктор Назаров осрашты. Төбәктәр араһында сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.
- Төбәктәребеҙҙең партнерлығын нығытыу юлында бөгөн етди аҙымдар эшләнек – хеҙмәттәшлек тураһында хөкүмәт-ара – Башҡортостан һәм Омск өлкәһе араһында, шулай уҡ беҙҙең нефть химияһы кластерҙары араһында ике мөһим килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгә ошондай килешеүҙәр аша кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ эше өсөн нигеҙ булдырыуыбыҙ көн кеүек асыҡ. Төбәк башлыҡтарының, хакимиәттәрҙең үҙ-ара эш итеүен күреп, кесе бизнес та үрнәк ала, эшләй башлай.
Киләһе йылдан уҡ ике төбәктең нефть химияһы кластерҙары хеҙмәттәшлеге сиктәрендә тәүге проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланасаҡ, тип билдәләне республика Башлығы. Улар кумол һәм фенол етештереү менән бәйле буласаҡ.
Осрашыу барышында яҡтар туризмды үҫтереү һәм мәҙәни делегациялар менән алмашыу юлы аша милли йолаларға ярҙам итеү һорауҙарына ҡағылды. Виктор Назаров Рөстәм Хәмитовты шулай уҡ октябрь айында Омскиҙа уҙасаҡ Халыҡ-ара социаль эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашырға саҡырҙы.
- Бөгөн беҙ был йүнәлештә бик алға киттек. Уға кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ та инә. Һеҙҙең делегацияғыҙҙы ошо форумда ҡатнашырға саҡырам, – тине губернатор. – Ысынлап та һәйбәт проекттар бар. Эйе, бөгөн маржиналь өлөш бәләкәй, әммә социаль – бик ҙур. Хәҙер байтаҡ кешеләр социаль эшҡыуарлыҡһыҙ биләмәләр үҫешенең булмауын аңлай башланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика