12:55 (UTC+5), 28 Сентября 2017

Өфөлә Рөстәм Хәмитов һәм Омск губернаторы Виктор Назаров хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең III бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Омск губернаторы Виктор Назаров иҡтисад һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Тәү сиратта хеҙмәттәшлек илдә тәүге төбәк-ара нефть химияһы кластерын булдырыуҙы күҙ уңында тота. «Нефть химияһы бәләкәй урта эшҡыуарлыҡты иҫәпкә алып үҫешә: ул ҙур бизнесҡа ҡыҙыҡлы булмаған яңы йүнәлештәрҙе үҙ майҙансыҡтарында бәләкәй бизнесҡа тапшырырға әҙер. Килешеүҙең программаһына иң яҡшы эштәр менән алмашыу инә. Башҡортостанда ла, беҙҙә лә яңы технологиялар булғанлыҡтан, беҙ берләштек, сөнки уларҙы айырым үҫтереү ҡатмарлыраҡ һәм ҡиммәтерәк», — тип билдәләне Виктор Назаров.
Килешеү 12 йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ, инвестицияларҙың күләме 200 миллиард һум тәшкил итәсәк.
ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы хаҡында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов был осрашыуҙар тәү сиратта практик йүнәлешле булыуы менән мөһим, тип билдәләне. «Форум етәкселәр, ҙур начальниктар, йәмәғәт ойошмалары өсөн түгел, ә бизнес өсөн кәрәк. Майҙансыҡтарҙа эшҡыуарлыҡҡа ҡыҙыҡһыныуҙың ҙур булыуы күренә. Йыл башында форумды үткәреү хаҡында иғлан итәбеҙ һәм ай ярым самаһынан ғаризалар йыйыла. Бында бәләкәй эшҡыуарлыҡтағы, төбәк һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлектәге бик күп хоҡуҡи, финанс, ойоштороу, практик мәсьәләләр хәл ителә», — тине төбәк етәксеһе журналистар менән осрашыуҙа.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика