03:00 (UTC+5), 25 Сентября 2017

Владимир Путин төбәктәрҙә комплекслы транспорт менән хеҙмәтләндереү пландарын индерергә ҡушты

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Владимир Путин бөтә Рәсәй төбәктәрендә лә халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү комплекслы пландарын индерергә тәҡдим итте. Улар төбәктә транспорт хәрәкәтен сифатлыраҡ ойошторорға, айырым транспорт төрҙәрен үҫтереүгә өҫтөнлөк бирергә һәм ошо маҡсатҡа бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Был турала дәүләт башлығы уҙған көндәрҙә Ульяновскиҙа ҡала Советы ултырышында белдерҙе.
«Ағымдағы хәлде анализлау һәм пассажирҙарҙы ташыуҙа перпективалы ихтыяж иҫәбе, шулай уҡ бөтә транспорт төрҙәре буйынса аныҡ хеҙмәтләндереү стандарттары ошо пландарҙың нигеҙендә ятырға тейеш. Бындай стандарттарҙы Транспорт министрлығы әҙерләгәнен беләм, әммә әлегә улар мотлаҡ тип иҫәпләнмәй. Уларҙы пассажирҙар ташыу эшенең тап килергә тейеш минималь параметрҙар йыйылмаһы сифатында нигеҙ итеп алырға тәҡдим итәм», — тине Владимир Путин.
Дәүләт башлығы билдәләүенсә, заманса йәмәғәт транспорты пассажирҙар өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы булырға, расписание буйынса аныҡ билдәләнгән ваҡытта йөрөргә, ә уның туҡталыштары йәмәғәт транспорты менән ҡулланыусы байтаҡ граждандар өсөн йәйәү барырлыҡ ерҙә урынлашырға тейеш.
Президенттың һүҙҙәренсә, киләсәктә – урта ваҡытлы һәм алыҫ киләсәктә илебеҙҙә пассажирҙар ташыуҙың нисек үҫешеүен стартегик яҡтан күҙ алдына килтереү, ошо, шул иҫәптән, донъялағы сегментта һәм алдағы 10-15 йылда йәмәғәт транспортының үҫешеүен билдәләүсе ниндәй сегменттарҙың формалашыуын аңлау мөһим.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика