08:32 (UTC+5), 21 Сентябрь 2017

Башҡортостан депутаттары бюджетҡа төҙәтмәләрҙе ҡарай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы асылды. Ултырыштың көн тәртибенә 30-ҙән ашыу мәсьәлә индерелгән,16-һы республика закон проекттарын тикшереү менән бәйле. Шуларҙың күпселеге тәүге уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителгән.
Депутаттар республиканың быйылғы бюджетына төҙәтмәләр индерергә ниәтләй. Республика ҡаҙнаһына үҙгәрештәр индереү зарурлығы ойошмаларҙың табышына һалым буйынса килем өлөшөнөң, һыраға акциздарҙың, түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүҙән алынған килемдәрҙең, административ түләүҙәр һәм йыйымдарҙың артыуына, федераль ҡаҙнанан һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан бушлай керемдәр алыуға бәйле килеп тыуҙы. Ағымдағы йылға республика килемдәренең артыуы — 1,568 миллиард һум, сығымдарҙың иһә 2,167 миллиард тәшкил итәсәк.
Депутаттар беренсе уҡыуҙа ата-әсәләргә балаһына исем һайлағанда һандарҙы, хәрефле-һанлы билдәләрҙе, һүгенеү һүҙҙәрен, төрлө дәрәжәләрҙе, титулдарҙы файҙаланыуҙы тыйыу тураһында закон проектын ҡарарға йыйына.
Пленар ултырышта шулай уҡ ике республика парламенты ҡарары проектын, туғыҙ федераль закон проектын һәм айырым суд участкаларына мировой судья вазифаларына бер нисә кандидат тәғәйенләүҙе тикшереү ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика