08:13 (UTC+5), 19 Сентября 2017

Владимир Путин оборона-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

EAST NEWS
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Президенты оборона-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә: «Үҙенсәлекле, бөтә донъяға билдәле ҡорал өлгөләрен барлыҡҡа килтергән ижади оҫталар, инженерҙар, конструкторҙар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Ватаныбыҙҙың хәрби, батырҙарса тарихында Павел Захава, Сергей Мосин, Георгий Шпагин, Михаил Калашников кеүек талантлы ҡоралсыларҙың исемдәре мәңгелеккә ҡаласаҡ.
Беҙҙең көндәрҙә оборона-сәнәғәт комплексын үҫтереүгә дәүләт тарафынан өҫтөнлөклө иғтибар бүленә. Уның ғилми, тикшеренеү базаһы камиллаштырыла, алдынғы технологиялар уйлап сығарыла һәм производствоға индерелә. Белгестәр әҙерләүҙең сифатын күтәреү өсөн күп нәмә эшләнә. Артабан да намыҫлы эшләрһегеҙ, ҡуйылған бурыстарҙы яуаплы хәл итерһегеҙ, илебеҙҙең оборона һәләтен һәм милли именлеген нығытыуға булышлыҡ итерһегеҙ тип ышанам. Һеҙгә уңыштар һәм иң изге теләктәр юллайым».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика