10:54 (UTC+5), 18 Сентября 2017

Республикала закон сығарыу йыйылышы эксперт советтары ағзаларын алмаштыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы комитеттары ҡарамағында булдырылған эксперт советтарының составын яңынан ҡарау бурысын йөкмәтте. Был ошондай советтарҙың эшен һөҙөмтәлерәк итеү һәм уларҙың эшмәкәрлегендә формализмды бөтөрөү өсөн кәрәк, тип аңлатма бирҙеләр Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.
«Эксперт советтарын тонуста тоторға кәрәк. Беҙ ағымдағы саҡырылыш башында уларҙы ойоштороу хаҡында ҡарар ҡабул иткәндә республиканың иң яҡшы, аҡыллы кешеләренән республика ҡануниәтен камиллаштырыуҙа реаль ярҙамға иҫәп тотҡайныҡ, — тип аңлатма бирҙе Константин Толкачев. — Тәүге эксперт советтары төҙөлгәндән алып байтаҡ ваҡыт үтте һәм уларҙың составын ҡайтанан ҡарау ихтыяжы килеп тыуҙы. Эксперт советтары ағзаларының кемеһелер етди сәбәптәр арҡаһында уларҙың эшендә ҡатнаша алмай — кешеләр эшен алмаштырған һәм башҡа төбәктәргә күсеп киткән. Кемдер эксперт советына индереүҙе етди ҡабул итмәгән һәм эштә әүҙем ҡатнашмай. Эшләй алмаған йәки теләмәгәндәрҙең урынына депутаттарға ярҙам итергә теләге булған һәм һәләтле кешеләр килһен өсөн эксперт советтары ағзаларын алмаштырыу маҡсатлы ярашлы».
Эксперт советтары даими эшләгән консультация-кәңәшмә итеү органдары булып тора. Уларҙың бурысы — үҙ ҡарамағындағы мәсьәләләр буйынса закон проекттарына алдан экспертиза үткәреү, тейешле өлкәлә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре буйынса тәҡдимдәр әҙерләү.
Әлеге ваҡытта республика парламенты ҡарамағында бөтәһе 14 эксперт советы эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика