04:02 (UTC+5), 11 Сентябрь 2017

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» муниципаль һайлауҙарҙа 256 мандаттың 193-өнә эйә булды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда муниципаль һайлауҙар уҙҙы. Тауыш биреүҙә 89640 тауыш биреүсе ҡатнашты, был тауыш биреү тамамланған мәлгә исемлеккә индерелгән һайлаусылар һанынан 52 процент тәшкил итте. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтарын барланы.
Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса түбәндәге сәйәси партияларҙың вәкилдәре мандатҡа эйә булды:
— «Берҙәм Рәсәй» — 193,
— «Ғәҙел Рәсәй» -14,
— ЛДПР — 6,
— КПРФ — 2,
— Рәсәй патриоттары — 3,
— «Пенсионерҙарҙың ғәҙеллек өсөн партияһы» — 1.
Үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәр 37 мандат алды.
2017 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау уҙҙы. 256 мандат алмаштырылды. Шуның 50-һе – төп һайлауҙарҙа: Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына – 20, Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына – 20, Өфө районының Йоматау ауыл Советына – 10, ҡалған 206-һы – өҫтәмә һайлауҙарҙа.
Участка һайлау комиссияһының 200-ҙән ашыу ағзаһы һәм 400-ҙән күберәк күҙәтеүсе тауыш биреү, уларҙы иҫәпләү барышын күҙәттте. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында һайлау кампанияларын яҡтыртыу өсөн 50 киң мәғлүмәт сараһынан 144 журналист аккредитация үтте.
Һайлауҙы 49 территориаль һәм 285 участка һайлау комиссияһы үткәрҙе. Йоматау ауыл Советында урынлашҡан өс участкала КОИБ-2010 файҙаланылды, ҡалғандарында машина уҡый алған код ярҙамында йомғаҡлау протоколдарын төҙөү технологияһы уңышлы ҡулланылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика