11:12 (UTC+5), 04 Сентября 2017

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге иртәнге сәғәт 10-дан эшләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2017 йылдың 10 сентябрендә берҙәм тауыш биреү көнөндә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге иртәнге сәғәт 10-дан эшләй башлай. Һайлауҙарға әҙерләнгәндә тәүге тапҡыр ошондай үҙәк асылды. 26 июлдәге асыу тантанаһы кешене әлеге ваҡыттағы урыны буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү буйынса ғаризалар ҡабул итә башлауға арналғайны. Уның эше 12 сентябрҙә тамамлана.
8-800-301-12-09 телефоны буйынса һайлаусыларға, кандидаттарға, сәйәси партияларҙың вәкилдәренә һәм һайлау процесының башҡа ҡатнашыусыларына төрлө мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар.
«Шуны билдәләп үтергә кәрәк: әлеге ваҡытта төбәк һайлауҙары барған субъекттарҙың күпселек һайлау комиссиялары үҙаллы рәүештә һанаулы минуттар эсендә төбәктәге теләһә ниндәй һайлау участкаһын табырға мөмкинлек биргән эҙләү системаһын әҙерләгән. Тикшереү күрһәтеүенсә, уларға мөрәжәғәттәр бик әүҙем килә», — тип хәбәр иттеләр үҙәк һайлау комиссияһында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика