02:41 (UTC+5), 23 Август 2017

Өфөлә Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө хөрмәтенә автоуҙыш үтте

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө хөрмәтенә Башҡортостандың баш ҡалаһында йәмәғәтселек флешмоб үткәрҙе. «Берҙәм Рәсәй», «Йәш Гвардия» партияһының, Рәсәй Машина төҙөүселәр союзының төбәк бүлексәләре һәм «ӨМЭБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте активистары Өфө урамдары буйлап ҙур автоуҙыш ойошторҙо.
Автоуҙышта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы депутаты, күп тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов, Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников һәм Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин сәләмләне.
25 йыл эсендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы илдең төп символына әйләнде, тип билдәләне Константин Толкачев.
«Бөгөн өс төҫлө флаг аҫтында беҙ яратҡан, төҙөгән, балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ йәшәйәсәк яңы Рәсәй йәшәй һәм үҫешә. Был символ беҙҙе берләштерә, ил тарихы өсөн ғорурлыҡ тойғоларын һәм ошо тарих үҫешендә сағыу бит яҙыу теләген уята. Ошо көн беҙгә ғорурлыҡ, Рәсәйҙең иң ҡеүәтле, бөйөк дәүләт булыу тойғоһон өҫтәһен», — тине төбәк парламенты спикеры.
Ярты йөҙләгән автомобилдән торған колонна иртәнсәк Моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдынан ҡуҙғалды. Уҙыш маршруты Беренсе май урамы, Октябрь проспекты, Цюрупа, Зәки Вәлиди урамдары аша үтте һәм «Ватан» паркы алдындағы майҙанда тамамланды.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика