11:03 (UTC+5), 22 Августа 2017

Башҡортостан аграрийҙары ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күргән өсөн 160 миллион һум федераль компенсация ала

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан аграрийҙары ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күргән өсөн 159 миллион 465 мең һум компенсация аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Ауыл хужалығы министрлығына тәбиғи ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән күргән зыянды ҡаплауға 1,3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Ошо хаҡта Рәсәй Хөкүмәте сайтында хәбәр ителә.
Бюджет-ара трансферттар Башҡортостан, Ҡарасәй-Черкес, Тува, Чечен республикаларына, Приморье һәм Хабаровск крайҙарына, Волгоград, Вологод һәм Тула өлкәләренә бирелә.
Башҡортостан Башлығының 2017 йылдың 15 августағы бойороғона ярашлы, тупраҡтың артыҡ дымланыуы, боҙ яуыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителгән республика райондарының һаны 13-тән 37-гә еткерелде. Тейешле документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. 100 гектарҙан ашыу майҙанда бер үк ваҡытта ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре юҡҡа сығыу һәм оҙаҡ ваҡыт дауамында тупраҡтың артыҡ дымлы булыуы сәбәпле саралар ҡабул ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика