ӨФӨ, 2017 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә Тимашев юл үткәргесе янында транспорт сиселешенең төҙөлөш барышын ыңғай баһаланы.
Төбәк Башлығының һүҙҙәренсә, ул өфөләрҙән ҡаланың Орджоникидзе районында Бөрө трактының тимер юлдары менән киҫелеше урынында транспорт сиселешен төҙөү үтенесе менән йыш ҡына хаттар алған.
«Тығындар. Иртәнсәк, көн дауамында бында хәрәкәт бик ҡыҙыу. Бынан тыш, был юл ҡаланың ҙур зыяратына, нефть эшкәртеү заводтарына илтә. Ошо юл үткәргесен төҙөү кәрәклеге, көн кеүек асыҡ ине, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов төҙөлөп ятҡан объектты ҡарау барышында. — Төрлө сәбәптәр арҡаһында Совет власы төҙөмәгән. Совет власынан һуң да оҙаҡ ваҡыт ошо объектты ҡарауға тотонмағандар. Былтыр, республика ҡаҙнаһының, «Башнефть» компанияһы хәйриәлек ярҙамын күсергән Социаль-маҡсатлы программалар фондының мөмкинлектәрен баһалап, финанслау, төҙөй башлау тураһында ҡарар ҡабул иттек».
«Башинформ» агентлығына «Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «30-сы күпер төҙөү отряды»ның баш инженеры Александр Кучерявец хәбәр итеүенсә, эштәр графикка ярашлы башҡарыла.
«Майҙансыҡ коммуникацияларҙан бушатылған. Газ күсерелгән. Әле һыу үткәргесен күсереү менән шөғөлләнәбеҙ. График буйынса август айында бушатылырға тейеш. Алты таяуҙың дүртәүһе төҙөлгән. Бер майҙансыҡ яһалған. Бишенсе һәм алтынсы майҙансыҡты монтажларға әҙерләнәбеҙ, улар тимер юлдың икенсе яғында. Бер үк ваҡытта ике аралағы таяуҙарҙың береһе менән шөғөлләнәбеҙ. Бөтәһе лә графикка ярашлы бара», — тип һөйләне баш инженер.
Генераль төҙөүсе вәкиленең һүҙҙәренсә, Тимашев тимер юлы үткәргесе янында транспорт сиселеше тәүлек әйләнәһенә, ике сменала төҙөлә. Дөйөм алғанда, объектта 70-ләгән кеше эшләй.
Әлеге ваҡытты Өфө өсөн мөһим стратегик объекттың төҙөлөшө беренсе этап буйынса алып барыла.
Күпергә барыу юлын үҙ эсенә алған транспорт участкаһының дөйөм оҙонлоғо бер саҡрым тәшкил итәсәк. Ике һыҙатлы юл үткәргесенең оҙонлоғо 161 метр буласаҡ. Проектта ике метрлыҡ тротуар төҙөү, тауыштан һаҡлаусы экрандар һәм таҙартыу ҡоролмаларын ҡуйыу ҡаралған.
Төҙөлөштөң беренсе этабын тамамлау 2018 йылдың аҙағына күҙалланған.
«Хатта ошо тәүге этап та бөгөнгө транспорт ағымын үткәреү өсөн етерлек. Тимәк, 2018 йылдың IV кварталына Өфө һәм эргәлә урынлашҡан ҡасаба халҡы бындағы транспорт хәлде ярайһы уҡ яҡшыртҡан яңы юл үткәргесенә эйә буласаҡ, — тип белдерҙе журналистарға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. — Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ: ваҡытында шундай уҡ юл үткәргесен Дим биҫтәһендә төҙөнөк. Уны төҙөгәнгә тиклем – әллә нисә саҡрымға һуҙылған тығындар, күп сәғәттәр буйына көтөп тороуҙар ине. Бөгөн бер кем дә һиҙмәй, ошо участканы еңел генә үтеп китә. Йә иһә яңы Затон күпере. Хәҙер автомобилдәр һыҙғырып тигәндәй уҙып китә, бындай хәлде киләһе йылдың октябрендә лә күҙәтербеҙ, тип ышанам. Был объект Республика көнөнә, 11 октябргә, файҙаланыуға тапшырылыр тип килештек».
Төҙөүсе тәжрибәле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов, шуға сираттағы траснспорт сиселешен төҙөү буйынса бөтә графиктар ҙа үтәләсәк.
«Бер ниндәй ҙә шик юҡ: объект буласаҡ. Ошо ҡоролма менән файҙаланасаҡ байтаҡ кешеләрҙең хыялы тормошҡа ашасаҡ», — тип ышанысын белдерҙе республика Башлығы.