09:17 (UTC+5), 02 Августа 2017

Рөстәм Хәмитов: «Бөгөн Индонезияла ғәмәлгә ашырылған эре проекттарҙа ҡатнашырға теләйбеҙ»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда 2 августа Индонезия Республикаһының Көнбайыш Ява провинцияһының рәсми делегацияһы менән осрашыу сиктәрендә республиканың ошо провинция менән сауҙа-иҡтисади, инвестиция, ғилми-техник, социаль-гуманитар һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләнеүе тураһында протокол төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Көнбайыш Ява провинцияһы губернаторы Әхмәд Херьяван ҡул ҡуйҙы.
«Бөгөн Индонезияла ғәмәлгә ашырылған эре проекттарҙа ҡатнашырға теләйбеҙ. Тәү сиратта, ул – яңы нефть эшкәртеү ҡеүәттәрен яңыртыу һәм төҙөү. Беҙҙә тейешле компетенциялар, институттар, проекттар, инженер һәм төҙөлөш компаниялары бар. Бөгөн «Роснефть» Индонезия компаниялары менән эш алып бара ла инде, «Башнефть» аша белгестәребеҙҙең ошо эшкә йәлеп ителеүен теләйбеҙ», — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк Башлығының һүҙҙәренсә, Башҡортостан Индонезияны хәләл статусына эйә булған аҙыҡ-түлек менән ышаныслы тәьмин итә ала. Хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре сифатында республика Башлығы мәғариф, мәҙәниәт һәм туризмды билдәләне.
«Беҙҙең өсөн был осраҡта Индонезия яңы партнер булып тора, перспективаның ярайһы уҡ ҙур булыуын аңлайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шул иҫәптән, машина эшләү продукциялары, вертолеттар, двигателдәр хаҡында һөйләнек. Былар барыһы ла партнерҙарыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Парламент-ара, гуманитар бәйләнеш өлкәһендә мөнәсәбәттәр төҙөләсәк. Эшләйәсәкбеҙ. Индонезия кеүек ғәйәт ҙур илдең Көнбайыш Ява провинцияһы менән дуҫтарса, иптәштәрсә мөнәсәббәттәр ҡороу – был беҙҙең өсөн яңы мауыҡтырғыс мөмкинлек».
Әхмәд Херьяван Башҡортостан етәкселегенә уны һәм уның делегацияһын йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
«Иң тәүҙә төбәктәребеҙ араһында туғандаш бәйләнештәр тураһындағы килешеү сиктәрендә үҙ-ара ҡыҙыҡһыныуҙы белдергән йүнәлештәрҙе билдәләрбеҙ. Һәм нәҡ ошо документ сиктәрендә мәғариф, мәҙәниәт, ауыл хужалығы, малсылыҡ һәм машина эшләү кеүек өлкәләрҙә үҙ-ара эш итеүҙе үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Металлургия өлкәһендә һәм нефть химияһы тармағында бергәләп эш итеү менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Сөнки Көнбайыш Ява 47 миллиондан ашыу кеше йәшәгән Индонезияның иң күп халыҡлы төбәге булып тора. Беҙҙә бик һыйышлы баҙар һәм ул төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн өҫтөнлөктәр бирә», — тип билдәләне Көнбайыш Ява губернаторы.
Индонезия Республикаһы Башҡортостандың тышҡы иҡтисади партнерҙары иҫәбенә инә. Һуңғы йылдарҙа үҙ-ара тауар әйләнешенең иң ҙур күләме 2013 йылда билдәләнгән – Индонезияны ҙур авиация турбореактив дигателдәр партияһы менән тәьмин итеү һөҙөмтәһендә 78,9 миллион доллар. Ғәҙәттәгесә экспортҡа синтетик каучук һәм таҙартылмаған сера китә. Импортты күбеһенсә төрлө ҡорамалдар тәшкил итә. Былтыр Башҡортостан менән Индонезия араһында тышҡы сауҙа әйләнешенең күләме 807 мең доллар тәшкил иткән, ә 2017 йылдың биш айында әйләнеш күләме 2016 йыл күрһәткесен 1,5 тапҡырға уҙған.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика