09:28 (UTC+5), 27 Июля 2017

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы берҙәм тауыш биреү көнөнә Мәғлүмәт-белешмә үҙәген асты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Мәғлүмәт-белешмә үҙәген асты. 26 июлдән 29 авгусҡа тиклем үҙәк хеҙмәткәрҙәре Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. 30 августан, участка һайлау комиссияларында ғаризалар ҡабул итеү пункттары асылған көндән, ул тәүлек әйләнәһенә эшләй башлай, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһында.
8-800-301-12-09 телефоны буйынса уҙғарылған һайлау кампаниялары хаҡында мәғлүмәт, Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итеү тәртибе тураһында аңлатма алырға, шулай уҡ һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу һәм һайлау комиссиялары менән нисек бәйләнешкә сығыу тураһында белергә мөмкин.
«Беҙ һайлаусыларға федераль ҡануниәтте ҡулланыу барышында килеп тыуыуы ихтимал булған мәсьәләләр буйынса ярҙам күрһәтәсәкбеҙ», — тине Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Майя Гришина.
Майя Гришина әйтеүенсә, үҙәк күп этаплы схема буйынса эшләргә ниәтләй. Беренсе этапта шылтыратыуҙар тематик яҡтан бүленә, һуңынан оператор яуап бирә. Бөтә операторҙарға типик һорауҙар буйынса инструкция үткәрелгән. Әгәр һорау хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡағыла йәки өҫтәмә мәғлүмәт талап итә икән, шылтыратыу Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының штатлы хеҙмәткәрҙәренә йүнәлтелә.
Кисә 2017 йылдың 10 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының юғары вазифалы кешеләре һәм субъект парламенттары депутаттары һайланасаҡ 20 төбәктә граждандарҙан һайлаусыларҙы урынлашҡан урыны буйынса исемлеккә индереү тураһында ғаризалар ҡабул итеү башланды. Башҡортостан халҡы ла 2018 йылдың мартында Президент һайлауҙарында һәм төбәк парламентына һайлауҙарҙа ошондай хоҡуҡ менән файҙалана ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика