10:56 (UTC+5), 26 Июля 2017

Республикала урындағы советтарға депутатлыҡҡа кандидаттарҙы теркәү тамамланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы теркәү этабы тамамланды. 256 мандатҡа 847 кандидат дәғүә итә. Был хаҡта Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы кәңәшмәһендә комисися рәйесе Хәйҙәр Вәлиев хәбәр итте.
Республикала һайлауҙарҙы ойоштороусы әйтеүенсә, «Берҙәм Рәсәй» партияһы — 244, ЛДПР — 239, «Ғәҙел Рәсәй» — 108, «Рәсәй патриоттары» — 22, КПРФ 30 кандидат тәҡдим иткән. «Рәсәй коммунистары», «Пенсионерҙарҙың ғәҙеллек өсөн партияһы», «Йәшелдәр» партияларынан иһә берешәр кандидат. 201 кандидат үҙ-үҙен күрһәткән.
Хәйҙәр Вәлиев уҡытыу семинарҙары хаҡында һөйләне, комиссияларҙы техник йыһазландырыуға һәм һайлау кампанияларын финаслауға иғтибарын йүнәлтте.
Кәңәшмәне тамамлап, Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе 10 сентябрҙә республикалағы һайлауҙарҙа QR-код ҡулланып участка һайлау комиссияһының йомғаҡлау протоколдарын әҙерләүҙең яңы технологиялары файҙаланылыуын билдәләне.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда 256 депутат мандаты алмаштырыла. Бөтәһе 171 һайлау кампанияһы, шул иҫәптән өс төп: Белорет һәм Бөрө ҡала биләмәләре Советтарына, шул иҫәптән Өфө районының Йоматау ауыл советы депутаттарын һайлау ойошторола.
Төрлө кимәлдәге урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлау буйынса 168 өҫтәмә кампания көтөлә. Урындағы һайлауҙарҙы 49 территориаль һайлау комиссиялары тәьмин итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика