09:51 (UTC+5), 24 Июль 2017

Константин Толкачев Краснодарҙа «Ҡала мөхите» форумында берҙәм рәсәйҙәрҙең делегацияһын етәкләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Краснодарҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең ҡала мөхитен, илдәге ҡалаларҙың йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса «Ҡала мөхите» форумы эшләй башланы. Башҡортостан делегацияһын төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев етәкләне. Унда Өфө мэры Ирек Ялалов, Белорет, Нефтекама, ҡалалары хакимиәттәре, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре проектты тормошҡа ашырыу тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Форумда илдең 85 төбәгенән меңгә яҡын кеше: эксперттар, «Берҙәм Рәсәй»ҙең ҡала мөхитен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән федераль партия проекттары координаторҙары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәй Хөкүмәте, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, ил субъекттарының башҡарма һәм закон сығарыу властары вәкилдәре, муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнаша.
Көндөң тәүге яртыһында ҡатнашыусылар дүрт дискуссия майҙансыҡтары форматында проекттың уңыштарын һәм проблемаларын тикшерҙе. Дмитрий Медведев етәкселегендәге пленар ултырыш көндөң икенсе яртыһына билдәләнгән. Уның йомғаҡтары буйынса резолюция ҡабул ителәсәк.
2016 йылдың декабрендә «Берҙәм Рәсәй»ҙең Генераль советы президиумы яңы партия проекттары хаҡында ҡарар ҡабул иткәйне, улар араһында «Бәләкәй ҡалаларҙың парктары» һәм «Ҡала мөхите» бар. Ике партия проекты ла ҡалаларҙы һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика