07:48 (UTC+5), 18 Июля 2017

Гөлнара Вәлиева Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Өфө ҡалаһы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Гөлнара Вәлиева Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы Вәлиева 1972 йылда Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылында тыуған. Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад ситтән тороп уҡыу институтын һәм Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1990 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының финанс бүлегендә ревизор-инспектор булып башлап, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы етәксеһенә тиклем үрләй. Был вазифала ул 2011 йылдан алып, Өфө хакимиәтенә тәғәйенләнгә ҡәҙәр эшләне.
Бөгөн мэриялағы оператив кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, Гөлнара Вәлиеваның алдына байтаҡ бурыстар ҡуйылған. Уларҙың иң мөһиме — яңы бюджет формалаштырыу, 2018 йылда Өфөнөң именлеге һәм үҫеше тап шуға бәйле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика