12:50 (UTC+5), 18 Июль 2017

Өфөлә Дәүләт Думаһы депутаттары 21 быуатта Рәсәй ауылының ниндәй булырға тейешлеген хәл итә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә Дәүләт Думаһы депутаттары 21 быуатта Рәсәй ауылының ниндәй булырға тейешлен ҡарай. Башҡортостандың баш ҡалаһында Дәүләт Думаһының Аграр мәсьәләләр буйынса комитетындағы ауылды социаль үҫтереү буйынса ярҙамсы комитетының «Заманса шарттарҙа ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» темаһына күсмә ултырышы бара. Эксперттар ошо уҡ исемдәге федераль маҡсатлы программаны тормошҡа ашырыу барышын, ауыл ерендә банк хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе арттырыу мәсьәләләрен, ауылдағы почта инфраструктураһы торошон һәм почта хеҙмәттәренең сифатын күтәреү сараларын ҡарай.
«Беҙ ауыл биләмәһен тотороҡло үҫтереүҙе тикшерәбеҙ, һәм Башҡортостан бында осраҡлы һайланмаған. Сөнки төбәк күп йәһәттән бөтә ил өсөн өлгө булып тора. Был — ауыл ерендә эшһеҙлек кимәленең түбәнлеге, йән башына тура килгән торлаҡ һанының ҙурлығы — 30 квадрат метрға тиклем, ауыл халҡының спорт менән шөғөлләнеүгә әүәҫлеге, байтаҡ ауылдарға газ үткән, — тине ултырыштың модераторы, Дәүләт Думаһы депутаты Виктор Карамышев. — Беҙ бында алдынғы төбәктәрҙең береһендә программаның нисек ғәмәлгә ашырылыуын, һәм уны бойомға ашырғанда ниндәй проблемалар килем тыуыуын ҡарау өсөн килдек. Һеҙҙең фекерегеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим».
Виктор Карамышев һуңғы ваҡытта ауыл хужалығында ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күренеүен билдәләне. Ошо күрһәткесте һаҡлап ҡалыу, ауыл хужалығы әүәлгесә иҡтисадтың үҫеш нөктәһе булһын өсөн юғары класлы белгестәрҙе, айырыуса йәштәрҙе ауылға нисек йәлеп итеү тураһында уйларға кәрәк.
Парламентарийҙар ауыл халҡын социаль уңайлыҡтар, банк хеҙмәттәре менән тәьмин итеү кәрәклеген билдәләне. Һанлы йәмғиәтһеҙ һанлы иҡтисад була алмай.
Ултырыштың маҡсаты — хәҙерге этапта ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү проблемаларын тикшереү. Ауыл халҡына банк хеҙмәттәрен күрһәтеү мәсьәләһе ултырыштың төп темаһы буласаҡ. Эксперттарҙың баһаһы буйынса, ауыл ерендә банкоматтар бик аҙ. Мобиль банктарҙы үҫтереү килеп тыуған хәлдән сығыу юлы булыр ине, сөнки Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы мәғлүмәте буйынса, ауылдарҙың 80% яҡыны интернетҡа тоташтырылған.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика