07:30 (UTC+5), 17 Июля 2017

Тимур Мөхәмәтйәнов республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Тимур Мөхәмәтйәнов Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Мөхәмәтйәнов Тимур Рәфис улы 1984 йылдың 29 ноябрендә Күмертауҙа тыуған. Халыҡ-ара бойондороҡһоҙ экология-политология университетын (бакалавр), «Юғары иҡтисад мәктәбе» дәүләт университетын (магистр), шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы аспирантураһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2008 йылда Рәсәй Федерацияһының Төбәктәр үҫеше министрлығында 1 разрядлы белгес булып башлай, һуңынан Халыҡ-ара бәйләнештәр һәм сик буйындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү департаментында дәүләт-ара хеҙмәттәшлек һәм протокол бүлегенең баш белгес эксперты.
2010–2017 йылдарҙа – Рәсәйҙең Транспорт министрлығы Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек департаментында халыҡ-ара ойошмалар, транспорт сәйәсәте һәм төбәктәр хеҙмәттәшлеге бүлегенең 1-се разрядлы белгесе, баш белгес-эксперты, етәксе урынбаҫары, етәксеһе була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика