15:15 (UTC+5), 17 Июля 2017

Башҡортостандың Граф күлендә дефиле һәм шағирҙар бәйгеһе менән этноквест уҙғарыла

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 29-30 июлдә Башҡортостан йәштәрен мауыҡтырғыс мажара — этноквест көтә. Милли тарих һәм мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн Баймаҡ районының Граф күле буйында Башҡорт йәштәре йыйыны үтә. Форумды ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты.
Квест барышында ҡатнашыусыларҙы башҡорт йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен белеүҙәрен, шулай уҡ физик яҡтан түҙемле булыуҙарын тикшереү ҡаралған. Мәҫәлән, команда ағзалары өсөн шәжәрә, «Урал бөркөтө» конкурстары, интелллектуаль уйын ойошторола. Һәр уйында йыйылған балдар һаны ҡушыла бара, еңеүселәрҙе ҙур отош көтә.
Еңеүгә бөгөндән үк юл ярырға мөмкин: Ҡоролтайҙың социаль селтәрҙәге төркөмөндә «Шағир.ру», «Мин башҡорт кейемендә!» фотоконкурсы һәм «Башҡортостан — йөрәгемдә» кеүек интернет-конкурстар башланды. Ошо бәйгеләрҙә ҡатнашҡан өсөн командаларға күп балдар өҫтәлә.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы булышлығында ойошторолған беренсе конкурс йәш шағирҙар өсөн. Төркөмгә ебәрелгән шиғырҙарҙы абруйлы жюри баһалай, уның составында Азамат Юлдашбаев, Гүзәл Ситдиҡова һәм Лариса Абдуллина эшләй.
«Мин башҡорт кейемендә!» конкурсында ҡатнашҡан фотоһүрәттәр Ҡоролтайҙың «Бәйләнештә»ге төркөмөндә «лайктар» һаны буйынса баһалана. Еңеүселәрҙе һәм номинанттарҙы йыйында көтәләр.
«Башҡортостан — йөрәгемдә» видеоконкурсына үҙең ижад иткән йырҙар ҡабул ителә. Еңеүсе йыйындың концертында ҡатнаша ала, өс еңеүсегә иһә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика