02:31 (UTC+5), 12 Июля 2017

Республикала биш ҡала парктарҙы төҙөкләндереүгә 22,5 миллион һум алды

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡала парктары» проекты биш ҡалала – Бәләбәйҙә, Белоретта, Благовещенда, Учалыла һәм Күмертауҙа ғәмәлгә ашырыла. 2017 йылға дөйөм финанслау күләме 22,5 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, уларҙың 18,7 миллионы – федераль ҡаҙнанан, ҡалғаны республика бюджетынан бүленгән, тип хәбәр иттеләр партияның төбәк бүлексәһендә.
Республикала тормошҡа ашырыуҙың сифатлы һөҙөмтәләре бар – бөтә биш муниципалитетта ла йәмәғәт тыңлауҙары үткән. Ҡала халҡының теләктәре һәм тәҡдимдәре нигеҙендә парктарҙы төҙөкләндереү буйынса саралар билдәләнгән, уларҙың дизайн-проекттары раҫланған. Благовещен һәм Бәләбәй ҡалалары башлыҡтары һәм инициативалы граждандар төркөмдәре менән урындарҙа күсмә кәңәшмәләр үткәрелде. Ҡалған биләмәләр буйынса видеоконференция форматында селектор кәңәшмәләр уҙғарылды.
«Ҡалаларҙа парктарҙы төҙөкләндереү буйынса саралар проектты ғәмәлгә ашырыу планына ярашлы бара, әммә уйланылғанды тормошҡа ашырыу өсөн беҙгә ҙур эш башҡарырға кәрәк әле. Йәмәғәт контроле парктарҙы төҙөкләндереү буйынса һәр этапта, һис шикһеҙ, башҡарылған эштәрҙең сифатына яҡшы яҡтан ғына тәьҫир итә», — тип иҫәпләй Башҡортостанда проект координаторы Александр Дёгтев.
Шарттарға ярашлы, 250 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалалар ғына ҡатнашыусы була ала. Ошо критерийға республиканың 20-нән ашыу муниципалитеты эләгә. Төҙөкләндереү исемлегенә быйыл инмәгәндәр ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә әле, сөнки проект оҙаҡ ваҡытлы һәм өс йылға иҫәпләнгән.
Рәсәйҙә «Бәләкәй ҡала парктары» проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә тәүге яртыйыллыҡта бөтәһе 694 сара уҙғарылған, бөтә эштәр ҙә йыл аҙағына тамамланасаҡ. Был турала партия проектының федераль координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Панов белдерҙе «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль совет президиумы ултырышында. Унда 2017 йылдың беренсе яртыйыллығына федераль партия проекты эшенә йомғаҡ яһалды.
Уның һүҙҙәренсә, партия проектының төбәк координаторҙары эштәр тамамлағандан һуң паркттарҙы асыуҙа шәхсән рәүештә ҡатнашасаҡ.
«Йыл аҙағына тиклем тормошҡа ашырыуҙың тәүге этабы үтәләсәк. «Бәләкәй ҡала парктары» проектының төбәк координаторҙары башҡарылған эштәрҙең сифатын үҙҙәре баһалаясаҡ, шулай уҡ 2017 йылда проекты ғәмәлгә ашырыуға йомғаҡ яһаясаҡ», — тине Владимир Панов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика