06:27 (UTC+5), 11 Июля 2017

Рафаил Зинуров Саха Республикаһының почет билдәһенә лайыҡ булды

Яҡутстандың Дәүләт Йыйылышы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандан Федерация Советының халыҡ-ара эштәр комитеты ағзаһы Рафаил Зинуров Яҡут Республикаһында булды, унда төбәк башлығы Егор Борисов менән осрашты һәм республика парламентының пленар ултырышы эшендә ҡатнашты.
Парламентарийҙың сәфәре Рәсәй халыҡтары араһында дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән «халыҡ дипломатияһы» сиктәрендә уҙҙы.
Рафаил Зинуровтың Егор Борисов менән осрашыуы барышында республика башлығы абруйлы ҡунаҡтың төрлө яҡлап һәләтле шәхес булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды — Рәсәй парламентының юғары палатаһы ағзаһы Яҡутстанға парламент-ара хеҙмәттәшлек эштәре буйынса ғына түгел, ә республиканың Милли художество музейында «Манчаары — легендаға юл» шәхси күргәҙмәһен асыу өсөн дә килгән.
Үҙ сиратында Рафаил Зинуров күргәҙмәһен Яҡут АССР-ы ойошторолоуҙың — 95, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм ХХ «Манчаары уйындары» милли спорт төрҙәре спартакиадаһына арнауын билдәләне.
Рафаил Зинуров Саха Республикаһының Дәүләт Йыйылышы (Ил Тумэн) ултырышында сығыш яһаны. Сенатор Яҡутстанға барырҙан алда Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев менән осрашыуын һәм уның менән әңгәмәлә ике республиканың закон сығарыу органдары араһында парламент-ара килешеү төҙөү мөмкинлеге хаҡында ҡарар ҡабул ителеүен хәбәр итте. Сығыш һуңында сенатор Дәүләт Йыйылышына үҙенең эшен — яҡут халыҡ геройы Василий Манчаарының скульптураһын бүләк итте.
Сәфәр аҙағында Федерация Советының халыҡ-ара эштәр комитеты ағзаһына Саха Республикаһының «Тыныслыҡты һәм халыҡтар дуҫлығын нығытҡан өсөн» почет билдәһе тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика