02:02 (UTC+5), 10 Июля 2017

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан менән Ҡырымды бай үткән заман һәм Рәсәй мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү бәйләй»

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Ҡырым Башлығы Сергей Аксёнов Белогорскиҙа ике республиканың Рәсәй составына ҡушылыуына арналған «Рәсәйгә ант биреп: Башҡортостан һәм Ҡырым быуаттар күҙлегенән» бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһының пленар ултырышында сығыш яһаны.
- Башҡортостан менән Ҡырымды бай үткән заман, ата-бабаларыбыҙ өсөн уртаҡ йортҡа әйләнгән Рәсәй мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү бәйләй. Билдәләп үткәнсә, 2017 йыл беҙҙең өсөн ике иҫтәлекле тарихи ваҡиға – Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 460 йыллығы һәм Ҡырым ерҙәрен Рәсәйгә ҡуша башлауҙың 245 йыллығы менән әһәмиәтле, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн беҙҙең алдыбыҙҙа киң офоҡтар һәм мөмкинлектәр асыла. Ошо көндәрҙә Ҡырым ерендәге осрашыу, бөгөнгө форум – әһәмиәтле ваҡиға, дуҫлыҡты нығытыуҙа уртаҡ ҡыҙыҡһыныу һәм теләк белдереүҙе күрһәткән хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙә бик мөһим аҙым. Бөгөн Өфө ярымутрауынан, Башҡортостандың баш ҡалаһынан Ҡырым ярымутрауына дуҫлыҡ күперен һалабыҙ. Хәҙер «ярҙарыбыҙ» тағы ла яҡыныраҡ булды. Бындай берҙәмлек төбәктәребеҙҙең ҡеүәтен һәм потенциалын нығыта һәм, әлбиттә, Рәсәйҙең тотош нығыныуына булышлыҡ итә. Шуның өҫтөндә бергәләп эшләрбеҙ.
- Ҡырым менән Башҡортостанды меңәрләгән кеше – туғанлыҡ, дуҫлыҡ, һөнәри, эш бәйләнештәре, уртаҡ тарихи яҙмыш һәм дөйөм ҡиммәттәр берләштерә. Рәсәйгә һөйөү, Ватаныбыҙҙы тағы ла ҡеүәтлерәк һәм матурыраҡ итеү теләге туғандаштыра, – тип билдәләне Сергей Аксёнов. – Башҡортостан Белогорск районына шефлыҡ итә. Башҡортостан дуҫтарыбыҙ һәм партнерҙарыбыҙ ярҙамында сәнәғәттән, ауыл хужалығынан, туризмдан алып мәғарифҡа, мәҙәниәткә, спортҡа тиклем төрлө өлкәләрҙә мөһим проекттар тормошҡа ашырыла. Мәләүез һәм Белогорск ҡалалары туғандаш булды. Ҡырымда норматив-хоҡуҡи база әҙерләү һәм ҡулланыу йәһәтенән Башҡортостан коллегаларыбыҙҙың тәжрибәһен индерәбеҙ. Бөгөнгө осрашыу төбәктәребеҙҙең хеҙмәттәшлеген артабан киңәйтеүгә һәм тәрәнәйтеүгә булышлыҡ итер, тип ышанам.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика