03:56 (UTC+5), 07 Июля 2017

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостандың Иран менән үҙ-ара эшмәкәрлеге үҫешә»

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Иран Ислам Республикаһының милләт, дини әҙселек һәм шәриәт хоҡуҡтары мәктәптәренең эштәре буйынса махсус ярҙамсыһы Али Юнеси һәмМилләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән осрашты.
Осрашыу Өфөлә уҙғарылған Рәсәй-Иран социаль мәҙәни форумы сиктәрендә үтте. Унда Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Мехди Санаи һәм Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Сафонов ҡатнашты.
Яҡтар киләсәктә Рәсәй-Иран эшмәкәрлеген киңәйтеү һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
- Башҡортостандың Иран менән үҙ-ара эшмәкәрлеге үҫешә. Даими рәүештә делегациялар менән алмашынабыҙ, уртаҡ мәҙәни, мәғариф проекттарын уҙғарабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Былтыр беҙҙә Меркези провинцияһының делегацияһы булды. Ошо провинция менән килешеү проектын әҙерләнек, хәҙер документ Иран коллегаларыбыҙҙа килешеү үтә.
Республика Башлығы Ирандың ижади коллективтарын 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя Фольклориадаһында ҡатнашырға саҡырҙы, шулай уҡ 2021 йылда Бөтә донъя умартасылыҡ буйынса конгресты уҙғарыуға Өфө ғаризаһын хупларға тәҡдим итте.
- Өфөнөң һәм Башҡортостандың тәбиғәте бик матур, бында йәшәүсе халыҡтарҙың матурлығы ошо республикаға тәүгә килеүселәр өсөн бик һоҡланғыс булып тора. Ике илдең тәбиғәтендәге, Иран һәм Башҡортостан халыҡтарының тарихындағы һәм мәҙәниәтендәге төрлө оҡшашлыҡ мөнәсәбәттәр яҡшырһын өсөн нигеҙ булып тора ла инде, – тип билдәләне Али Юнеси. – Бәйләнештәребеҙҙе мәҙәни, иҡтисади һәм сәйәси өлкәләрҙә үҫтерәбеҙ һәм улар көндән-көн яҡшыра.
Иран Президентының махсус ярҙамсыһы төбәк Башлығын Ислам Республикаһына, шул иҫәптән шәхсән рәүештә сәнәғәт потенциалын баһалау һәм хеҙмәттәшлек перспективаларын билдәләү өсөн Меркези провинцияһына саҡырҙы.
- Иран һәм Рәсәй – стратегик партнерҙар. Иҡтисадта, сәйәсәттә хеҙмәттәшлек әүҙем бара. Хәҙер донъяла барған хәлгә ҡараштарыбыҙ күбеһенсә оҡшаш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Игорь Баринов. – Ошо бөтә барышты этномәҙәни ваҡиғаларға арналған оҡшаш саралар менән тулыландырыу, минең ҡарашҡа, бик мөһим. Халыҡтарыбыҙ бер-береһе хаҡында, беҙҙең мәҙәниәттәр, йолалар, тарих, тел тураһында күберәк беләсәк, бер-беребеҙгә тағы ла яҡыныраҡ буласаҡбыҙ, уртаҡ көс менән негатив процестарға, шул иҫәптән террористик хәүефтәргә ҡаршы тора аласаҡбыҙ.
Башҡортостандың Иран Ислам Республикаһы менән тышҡы сауҙа әйләнеше 2016 йылда 4,2 миллион доллар тәшкил итте һәм ул 90 процентҡа тиерлек экспорттан торҙо.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика