08:50 (UTC+5), 06 Июля 2017

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышын Рөстәм Хәмитов асты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан закондар сығарыу йыйылышының яҙғы сессиялағы аҙаҡҡы ултырышын республика башлығы Рөстәм Хәмитов асты. Төбәк етәксеһе парламенттың эшмәкәрлеген баһаланы һәм алдағы йылға, шул иҫәптән 2018 йылда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙы иҫәпкә алып, бурыстар ҡуя.
Ултырыштың көн тәртибенә 50-нән ашыу мәсьәлә индерелгән, улар араһында 23-ө республика закон проекттарын ҡарауға бәйле.
Ултырышта Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының ведомствоның 2016 йылдағы һәм 2017 йылдың тәүге ярты йыллығындағы эше тураһында отчет менән сығыш яһауы көтөлә. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев ошо отчетты ентекле тикшереү бурысы тороуын билдәләне. Был министрлыҡҡа ҡарата йыйылған бик күп һорауҙар менән бәйле.
«Байтаҡ һорауҙар медицина хеҙмәттәре күрһәтеүҙең сифатына һәм һаулыҡ һаҡлауға бүленгән бюджет аҡсаһын тотоноуға ҡағыла. Сумма аҙ түгел, һәм республика халҡы уларҙы нимәгә тотоноуҙары хаҡында белергә тейеш», — тип аңлатма бирҙе Константин Толкачев.
Ултырышта Башҡортостандағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең 2016 йылда республикала балаларҙың хоҡуҡтарын, азатлыҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү һәм яҡлау тураһында докладын тыңлау һәм тикшереү ҡаралған.
Ултырыштағы бер нисә мәсьәлә вазифаларға тәғәйенләү менән бәйле. Депутаттар республиканың төрлө суд участкаларында мировой судья вазифаһына тәғәйенләү өсөн 15 кандидатураны ҡарай, шулай уҡ Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе һәм аудиторы вазифаларына тәғәйенләү өсөн ҡарар ҡабул итә. Бөтә кандидатуралар ҙа республика парламенты Президиумы һәм комитеттары ултырыштарында ҡаралған.
Ултырыштың көн тәртибенә индерелгән 13 закон проекты тәүгә тикшерелә. Улар иҫәбендә «Умартасылыҡ тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекты бар. Ул республикаға йоғошло һәм инвазион сирле бал ҡорто ғаиләләрен индереүгә юл ҡуймауға, башҡорт тоҡомло ҡорттарҙың генофондын һаҡлауға, уларҙы үрсетеү өсөн ҡулай шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Пленар ултырышта шулай уҡ 13 федераль закон проекты һәм Дәүләт Йыйылышы закон проекты эшенең көҙгө сессияға программаһы тикшерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика