07:37 (UTC+5), 04 Июля 2017

Республиканың иң яҡшы уҡытыусылары Башҡортостан Башлығы премияларын аласаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рөстәм Хәмитов «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Йәш йыл уҡытыусыһы» конкурстары лауреаттарына Башҡортостан Башлығы премияларын биреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Юғары педагогик оҫталыҡ, шәхестең бөтә яҡтан үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу, уҡытыу-тәрбиә биреү процесына заманса мәғариф технологияларын индереү өсөн премияларға лайыҡ булды:
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2017» төбәк-ара конкурсы лауреаттары:
Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Борай районының 2-се Борай гимназияһы уҡытыусыһы – конкурс еңеүсеһе;
Иштәкбаева Фирүзә Әхмәҙулла ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Сиҙәм ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы;
Кинйәбулатова Фирүзә Фәрит ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Яуымбай филиалы уҡытыусыһы;
Муллахмәтова Альбина Ринат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Т.Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһы уҡытыусыһы;
Монасипова Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының 88-се мәктәбе уҡытыусыһы – конкурс финалсылары.
«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2017» республика конкурсы лауреаттары:
Линдт Юлия Аркадьевня, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының 52-се лицейы донъя художество мәҙәниәте уҡытыусыһы – конкурс еңеүсеһе;
Жданова Римма Әсхәт ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының 20-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең география уҡытыусыһы;
Золотухина Наталья Сергеевна, Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы округының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең физика уҡытыусыһы;
Итбаева Лилиә Ирек ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Благовещен районы Благовещенск ҡалаһының М.А. Киняшов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең математика уҡытыусыһы;
Ртищева Ольга Владимировна, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының 55-се мәктәбе тарих һәм йәмғитәтте өйрәнеү уҡытыусыһы – конкурс финалсылары.
«Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2017» конкурсы лауреаттары:
Тетерина Марина Сергеевна, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының 20-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы – конкурс еңеүсеһе;
Данилина Альбина Рафаил ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының 108-се мәктәбе уҡытыусыһы;
Зәкирова Регина Миңлеғәлим ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының 156-сы мәктәбе уҡытыусыһы;
Люковец Ольга Анатольевна, Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы Ләүәл ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы;
Йосопова Зифа Самат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Раевка 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы – конкурс финалсылары.
«Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2017» конкурсы лауреаттары:
Ахунова Ильмера Ғәлиәкрәм ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Базытамаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы – конкурс еңеүсеһе;
Әхмәтйәнова Римма Назип ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Борай районының Оло Баҙраҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы;
Луговая Раушания Тимерғәли ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Үрге Уҫылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы;
Садикова Венера Әнүәр ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының М.Шайморатов исемендәге 104-се мәктәбе уҡытыусыһы;
Фаридонов Наил Кави улы, Башҡортостан Республикаһы Балтас районының Нөркә ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы – конкурс финалсылары.
«Йәш йыл уҡытыусыһы – 2017» конкурсы лауреаттары:
Кәримова Мария Әхәт ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы – конкурс еңеүсеһе;
Ғәйнуллин Радик Ирек улы, Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһының 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең математика уҡытыусыһы;
Ғәниева Гүзәл Ильшат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы Туймазы ҡалаһының айырым фәндәрҙе төплө өйрәнеүгә ҡоролған 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе-интернатының инглиз теле уҡытыусыһы;
Дәүләтов Рөстәм Хәмит улы, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Бельский урта дөйөм белем биреү мәктәбенең математика уҡытыусыһы;
Миронов Денис Владимирович, Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районының Бишбүләк 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең информатика уҡытыусыһы – конкурс финалсылары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика