06:02 (UTC+5), 04 Июля 2017

«Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо» рәсми белешмәһенең электрон төрө сыҡты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәте «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо» белешмәһен электрон төрҙә ҡайтанан баҫтырып сығарҙы. Белешмәлә административ-территориаль ҡоролош тураһында ғәмәлдәге хәл, шулай уҡ 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата административ сиктәр хаҡында мәғлүмәт сағылған. Белешмә ун йылға бер тапҡыр баҫыла. Һуңғы баҫма 2007 йылда сыҡҡайны.
Белешмә рәсми баҫма булып иҫәпләнә. Унда башҡорт һәм рус телендә республика тураһында дөйөм мәғлүмәт, тораҡ пункттарҙың статусы һәм рәсми атамаһы, тимер юл станциялары һәм уларға тиклем арауыҡ, тораҡ пункттары араһында арауыҡ, халыҡ иҫәбе хаҡында мәғлүмәт бирелгән.
Баҫмала республиканың административ-территориаль ҡоролошон сағылдырған картографик материал бар. Картала автомобиль, тимер юлдары, гидрография, эре һыу объекттары күрһәтелгән.
Электрон төрө «Башҡортостан Республикаһы» сайтында «Белешмәләр» бүлегендә баҫылған һәм дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, ойошма етәкселәре һәм төбәктең административ-территориаль ҡоролошо менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн тәғәйенләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика